Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Һәләк булыусыларҙың икәүһе лә ирҙәр...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә Мәләүез һәм Нефтекама ҡалаларында янғын сыҡҡан. Үкенескә ҡаршы. Янғында ике ирҙең ғүмере өҙөлгән. Мәләүез ҡалаһында шәхси йортта янғын сығыуы тураһында күршеләре хәбәр иткән, улар тәҙрәнән төтөн һәм ут күреп ҡалған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре тиҙ арала урынға килеп, 30 квадрат метр майҙандағы “ҡыҙыл әтәс” те ауыҙлыҡлаған. Йоҡо бүлмәһендә 75 йәшлек ирҙең йәнһеҙ кәүҙәһе табылған. Яҡынса алғанда, тәмәке тартҡанда һаҡһыҙлыҡ һөҙөмтәһендә янғын башланған. Ирҙе уята алған янғын тураһында иҫкәртеүсе прибор өйҙә булмаған. Нефтекама ҡалаһындағы фажиғәлә лә янғын һүндереүселәр ишек төбөндә 1986 йылғы ирҙең кәүҙәһен тапҡан. Ошо хәлдең сәбәптәрен өйрәнеү һәм артабан анализлау маҡсатында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты инструкторы ваҡиға урынына барған, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте. Ирҙең ғүмере өҙөлгән бүлмәнең автоно

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә Мәләүез һәм Нефтекама ҡалаларында янғын сыҡҡан. Үкенескә ҡаршы. Янғында ике ирҙең ғүмере өҙөлгән. Мәләүез ҡалаһында шәхси йортта янғын сығыуы тураһында күршеләре хәбәр иткән, улар тәҙрәнән төтөн һәм ут күреп ҡалған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре тиҙ арала урынға килеп, 30 квадрат метр майҙандағы “ҡыҙыл әтәс” те ауыҙлыҡлаған. Йоҡо бүлмәһендә 75 йәшлек ирҙең йәнһеҙ кәүҙәһе табылған. Яҡынса алғанда, тәмәке тартҡанда һаҡһыҙлыҡ һөҙөмтәһендә янғын башланған. Ирҙе уята алған янғын тураһында иҫкәртеүсе прибор өйҙә булмаған. Нефтекама ҡалаһындағы фажиғәлә лә янғын һүндереүселәр ишек төбөндә 1986 йылғы ирҙең кәүҙәһен тапҡан. Ошо хәлдең сәбәптәрен өйрәнеү һәм артабан анализлау маҡсатында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты инструкторы ваҡиға урынына барған, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте. Ирҙең ғүмере өҙөлгән бүлмәнең автономлы янғын хәбәр итеү ҡоролмаһы менән йыһазландырылмауы асыҡланған. Ошондай аңһыҙ ҡазаға тарымаҫ өсөн тәү ҡарашҡа ябай күренгән ҡағиҙәләрҙе үтәү ҙә етә. - Хөрмәтле граждандар һәм республика ҡунаҡтары! - тип мөрәжәғәт иттеләр ведомствола. - Ябай янғын хәүефһеҙлеге сараларын үтәргә: һүндерелмәгән тәмәкене ҡалдырмаҫҡа, электр ҡорамалдарын һүндермәйенсә, иҫкергән электр сымын алмаштырырға, янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡорамалдар ҡуйырға саҡырабыҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Фото: МЧС