Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, йәкшәмбе, 27 октябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ 1, 6 градус тәшкил итәсәк. Дүшәмбе һәм шишәмбе, 28 һәм 29 октябрҙә, урыны менән ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы мөмкин. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, -5, көндөҙ 0, - 5 градус. Бынан алда «Башинформ» Башҡортостанда ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы тураһында хәбәр иткәйне. Әле социаль селтәрҙә Ишембай районы Ҡолғана ауылында ҡар яуыуы тураһында видеояҙма таралды. Шулай уҡ блогер Гөлфиә Мөхәмәтдинова үҙенең телеграм каналында "Бөгөн беҙҙә ҡыш! Һеҙҙә ҡар яуамы?" тигән видео урынлаштырҙы. Ә һеҙҙең яҡтарҙа көндәр нисек тора? Фото: Рәсүл Арыҫланов Видео: Гөлфиә Мөхәмәтдинова