Найти в Дзене

Иртәнге сәйгә тәмле кекс

Кәрәк була: - 4 йомортҡа- 4 аш ҡалағы майонез-1 стакан шәкәр ҡомо- 1 сәй ҡалағы йәки 1 пакет ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель)-1 стакан он"Ошоларҙы бөтәһен дә бергә ҡушып болғап кекс бешерә торған һауытты майлап ебәреп ҡойорға, алдан тоҡандырып ҡуйған духовкала 15 - 20 минут тирәһе бешереп алырға, бешкәнме - юҡмы икәнен нәҙек кенә ағас таяҡ (шпажка) ярҙамында тикшереп ҡарарға , кексҡа сәнсергә лә, ағас таяҡ ҡоро көйө генә сыҡһа кекс бешкән булып сыға. Төрлө рецепттар буйынса кекстар бешереп ҡараным, был кекстың тәме бөтөнләй башҡаса, үҙе йомшаҡ ҡына, бешерергә ҡуйыр алдынан кекс өҫтөнә грек сәтләүеге онтап һибеп сыҡтым, тәмле булды, рецепттан ҡәнәғәт ҡалдым," - тип яҙа төрлө тәмлекәстәр, бәлештәр бешереү серҙәре менән уртаҡлашҡан даими авторыбыҙ Гөлгөнә Байегетова. Әйҙә һеҙ ҙә тәмле кекс бешереп ҡарағыҙ! Фото һәм сығанаҡ: Гөлгөнә Байегетова