Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Йырсының хәле нисек?

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Әнүәр Нурғәлиев ауырып китеп, дауаханаға эләкте. Әле йырсы Өфөнөң кардиология үҙәгендә тикшеренеүҙәр үтә һәм коронаграфия яһатырға әҙерләнә. (Коронарография – йөрәк мускулдары ҡан тамырҙарын диагностикалауҙың иң теүәл ысулы. Ул урындағы наркоз аҫтында эшләнә.) Йырсыға операция яһағандар. “Үҙемде яҡшы хис итәм, табиптар ваҡытында операция яһаны, стенд ҡуйҙылар. Инфаркт “миңә ҡаршы сыҡҡан” булған, әммә мин өлгөрөрәк булып сыҡтым. Хәлдәрем яҡшы, табиптар ҙа бик яҡшылар. Артыҡ борсолмайым. Барыһы ла яҡшы буласаҡ”, -тигән ул. “Баш ауыртыу, йөрәк тирәһендә ауыртыу, тын ҡыҫылыу, йөрәк сәнсеп алыу – был организмдың “ярҙам һорауы”. Минең менән ундай хәл булмаҫ тип уйлау – “ахмахлыҡ”, -тип йырсы виртуаль дуҫтарын да киҫәтә. Тиҙерәк һауығып сығығыҙ! Фото һәм сығанаҡ: “Интертат”