Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәгән “Борисыч” позывнойлы яугир махсус хәрби операцияның штурмлау полкында психология хеҙмәте начальнигы булып хеҙмәт итә. Ул быйыл яҙ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Бынан алда Чечнялағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашып тәжрибә туплай. Ә хәҙер ул махсус хәрби операция зонаһында Ватан мәнфәғәттәрен яҡлай. –Мин йөрәк ҡушыуы буйынса үҙ иркем менән Тыуған илде, ғаиләмде, туғандарымды яҡлау өсөн контракт төҙөнөм, – ти яугир. – Еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ. Хеҙмәттәштәрем менән блиндаждарҙа йәшәйбеҙ. Унда йылы, электр генераторы эшләй. Яңыраҡ мунса эшләнек. Һәр ваҡыт баш менән уйларға һәм төрлө осраҡҡа әҙер булырға кәрәк.Тәү сиратта хәүефһеҙлек тураһында уйлау мөһим. “Борисыч”тың әйтеүе буйынса, райондан гуманитар ярҙам килеп тора, алты ай эсендә өс тапҡыр гуманитар йөк алғандар. Ул УАЗ автомобиле, мотоцикл һәм халыҡ туплаған посылкаларҙы алып килгән Әхтәм Хәсәновҡа, Илшат Латиповҡа һәм Сынғыҙ Ҡорбанғәлиевҡа айырыуса рәхмәтле. – Көндәлек тормошта кәрәк булған әйберҙәрҙән тыш, аҙыҡ-түлек, хаттар, балалар һүрәттәре бар ине. Яҡташтар менән осрашыуҙар – иң күңелле ваҡыт. Иҫке Бәпес ауыл биләмәһе башлығы Азамат Ғәйфуллин, мәктәп директоры Рамазан Шәймәрҙәнов үҙ машинаһында посылкалар килтерҙе. Яҡташтарыбыҙҙың ярҙамын тойоу һөйөнөслө. Тәмле күстәнәстәрегеҙ, йылы ойоҡбаштарығыҙ, бәйләгән селтәрҙәрегеҙ аша ярҙамығыҙҙы тоябыҙ. Яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек күргән район хакимите етәкселәренә рәхмәт, – ти “Борисыч”.. Яугир” Иҫке Бәпес ауылынан. Урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Армия хеҙмәтен Псков ҡалаһында һауа-десант дивизияһында үтә. 2001 йылда, контракт төҙөп, Чечен Республикаһында штурмлау төркөмө пулеметсыһы булып хеҙмәт итә. Аҙаҡ производство өлкәһендә, Эске эштәр министрлығы бүлегендә эшләй. 2016 йылда, йәнә контракт төҙөп, Абхазияға тактик төркөм батальонында отделение командиры сифатында хәрби хеҙмәткә китә. Октябрь айында “Борисыч” ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты, тип хәбәр итә “Кармаскалинская новь”.Беҙ уға һәм уның хеҙмәттәштәренә һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ. Иҫән-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтығыҙ, егеттәр! Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Өфөлә "Төнъяҡ амурҙары" исеме аҫтында граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты эшләй башланы. Хәҙер РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәргә белешмәләр йыйыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн төрлө адрестар буйынса йөрөргә кәрәкмәй: быларҙың барыһын да бер урында һәм тәүлек эсендә эшләргә мөмкин. Пунктты Өфө, Элеваторная урамы, 15-се йорт адресы буйынса урынлашҡан "Черемушки" һауыҡтырыу шифаханаһы базаһында астылар. Ул ҡалаға көньяҡтан ингән ерҙә, Тирмән комбинаты районында урынлашҡан. Үҙәккә Башҡортостандан да, башҡа төбәктәрҙән дә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләгән 18-65 йәшлек ир-егеттәр мөрәжәғәт итә ала. Уларҙың теркәлеү урыны иҫәпкә алынмай.Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, ғаиләгеҙ, белемегеҙ тураһында документтар, СНИЛС һәм ИНН алырға кәрәк. Үҙәктә хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, табиптар һәм банк вәкилдәре эшләй. Кандидаттарҙың мөмкин тиклем тиҙерәк медицина комиссияһын үтеү, анализдар тапшырыу, документтарын тәртипкә килтереү, кәрәк булғанда "Мир" банк картаһын алыу мөмкинлеге бар. Тап ошо картаға бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм эш хаҡы киләсәк. Шулай уҡ бында төндө үткәреү өсөн номерҙар фонды, өс тапҡыр ашатыу хеҙмәте ҡаралған. Былар барыһы ла бушлай. Үҙәктән граждандар хәрби командалар составында шунда уҡ хеҙмәт урынына китә. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгәндәргә Өфө ҡалаһы бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү күләмен 300 меңдән 400 мең һумға тиклем арттырҙы. Стәрлетамаҡтар ҙа контрактсыларға ошо сумманы түләйәсәк. Шулай итеп, эш хаҡын иҫәпкә алғанда, түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 3 825 000 һум тәшкил итәсәк. Башҡортостан контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки Ситуация үҙәгендә +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ 122 йәки 8 800 550 5525 телефондарына шылтырата алаһығыҙ. Фото: https://vk.com/karmaskaly_rayon
Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәгән “Борисыч” позывнойлы яугир махсус хәрби операцияның штурмлау полкында психология хеҙмәте начальнигы булып хеҙмәт итә. Ул быйыл яҙ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Бынан алда Чечнялағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашып тәжрибә туплай. Ә хәҙер ул махсус хәрби операция зонаһында Ватан мәнфәғәттәрен яҡлай. –Мин йөрәк ҡушыуы буйынса үҙ иркем менән Тыуған илде, ғаиләмде, туғандарымды яҡлау өсөн контракт төҙөнөм, – ти яугир. – Еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ. Хеҙмәттәштәрем менән блиндаждарҙа йәшәйбеҙ. Унда йылы, электр генераторы эшләй. Яңыраҡ мунса эшләнек. Һәр ваҡыт баш менән уйларға һәм төрлө осраҡҡа әҙер булырға кәрәк.Тәү сиратта хәүефһеҙлек тураһында уйлау мөһим. “Борисыч”тың әйтеүе буйынса, райондан гуманитар ярҙам килеп тора, алты ай эсендә өс тапҡыр гуманитар йөк алғандар. Ул УАЗ автомобиле, мотоцикл һәм халыҡ туплаған посылкаларҙы алып килгән Әхтәм Хәсәновҡа, Илшат Латиповҡа һәм Сынғыҙ Ҡорбанғәлиевҡа айырыуса рәхмәтле. – Көндәлек тормошта кәрәк булға