Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡараҡалпаҡстан Республикаһының юғары белем биреү, фән һәм инновациялар министры Батырбәк Ҡәйепбиргәнов менән осрашты. Көн тәртибендә - мәғариф өлкәһендә үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре, шулай уҡ Үзбәкстанда Евразия ғилми-белем биреү үҙәге вәкиллеген асыу мәсьәләһе ҡаралды. Ике республика араһында берлектәге хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса юл картаһы ғәмәлгә ашырыла, уны 2024 йылдың апрелендә Ташкентта үтәсәк «Иннопром. Үҙәк Азия» халыҡ-ара күргәҙмәһен асыу тантанаһында тәҡдим итәсәктәр. Һүҙ фәндә һәм мәғарифта башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу хаҡында бара. - Үзбәкстандың иҡтисадын үҫтереүсе төп тармаҡтар өсөн белгестәр әҙерләү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тәҡдим итәбеҙ. Был беҙҙе ҡыҙыҡһындыра, бының өсөн бөтә мөмкинлектәребеҙ ҙә бар, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Бөгөн Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында белем алыусы 11 меңгә яҡын сит ил студентының һәр унынсыһы - Үзбәкстандан. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ни