Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә бөгөн хеҙмәттәштәре менән Мәскәүҙә III “Милли һаулыҡ һаҡлау” Милли конгресы эшендә ҡатнашыуҙары тураһында һөйләгән. “Башҡортостан айырым сессия булараҡ күрһәтелде, беҙ унда республикала һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһы тәжрибәһе менән уртаҡлаштыҡ. Амбулатор хеҙмәт – кешеләрҙең һаулыҡ һаҡлау системаһы менән тәүге һәм иң йыш бәйләнеше. Уның кимәленән күп осраҡта артабанғы дауалау тәьҫирлеге, дөйөм алғанда медицина ярҙамы менән ҡәнәғәтлек тора. Театр кейем элгестән башланһа, һаулыҡ һаҡлау һис һүҙһеҙ поликлиниканан башлана. Башҡортостанда тәүге звеноны нығытыу буйынса системалы эш планлы рәүештә алып барыла. Айырым һөҙөмтәләр ҙә бар. Бер нисә факт һәм күрһәткестәрҙе миҫалға килтерәм. 2023 йылда республиканың бөтә тарихында тәүге тапҡыр көтөлгән уртаса ғүмер оҙайлығының иң юғары нөктәһенә – 73,17 йылға – өлгәшелде. Һуңғы биш йылда ғына тәүге звеноның 19 капиталь объекты төҙөлдө һәм файҙаланыуға ташырылды. 2025 йылда