Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Айнурыбыҙҙы һуңғы юлға оҙата ла алманыҡ”

Ошо көндәрҙә билдәле баянсы Айнур Фәтиховтың вафат булыуына дүрт йыл тулды. Йәш, өмөтлө артисҡа ни бары 37 йәш ине. Ул да атаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Хәлит Фәтихов кеүек виртуоз баянсы булды. Айнур 2020 йылда коронавирустан вафат булды. Үлеренән бер нисә көн алда ғына Республика көнөнә арналған концертта сығыш яһаған ине. Уның атаһы Хәлит Фәтихов һәм ҡатыны ул саҡта улдарын һуңғы юлға оҙата алмай, сөнки үҙҙәре лә мәкерле сир менән көрәшеп дауаханала ятҡан була. “Беҙ үҙебеҙ коронавирус арҡаһында дауаханала булып ҡалдыҡ, улыбыҙҙы һуңғы юлға оҙата ла алманыҡ. Ике йыл элек хәтер кисәһе үткәрҙек, ҡәберенә таҡтаташ ҡуйҙыҡ. Бик күп халыҡ йыйылды. Киләһе йыл биш йыллығы була. Улыбыҙ иҫтәлегенә республика гармунсылар конкурсы уҙғарасаҡбыҙ”, – ти ул.