Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәмәғәт палатаһы көнүҙәк һорауҙарҙы тикшерә

2 октябрҙән 10-ына тиклем Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы муниципаль йәмәғәт палаталары менән берлектә республиканың алты районы һәм ике ҡалаһында күсмә осрашыуҙар уҙғарҙы. Ауырғазы, Өфө, Ғафури, Бөрйән, Бүздәк, Дәүләкән райондарында, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларында саралар ойошторолдо. Республикала йәшәүселәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, консультациялар алды. Шул уҡ ваҡытта урындағы йәмәғәт палатаһының эше тураһында ла мәғлүмәттәр әйтелде. - Республика йәмәғәт палатаһының ағзаһы булыу маҡтаулы статус. Әлбиттә, уны эшең менән раҫлап тороу мөһим. Беҙҙең гражданлыҡ йәмғиәте институтына халыҡтың ышанысы булмаһа, палатаның абруйы ла ҙур булмаясаҡ. Шуға ла беҙгә электрон почта аша мөрәжәғәттәрҙе ҡабул итеп, һорауҙарҙы хәл иткәндә кешеләргә дистанцияла ярҙам итеп кенә ҡалмай, шәхси рәүештә осрашыуҙар уҙғарыу ҙа мөһим”, - тине Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһының күсмә саралары быйыл йәй башланды. Һәм ул ағымдағы йыл аҙағына тиклем дауам итә. Сығанаҡ: Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы.