Әхмәр ҮТӘБАЙ ауылдашы, танылған шағир Рәйес Түләк хаҡында:
- Рәйесте ҡайҙалыр ынтылыу, ашҡыныу, үрһәләнеү кәйефе бер ҡасан да ташлап китмәне. Бөгөн генә бөтә тулылығында аңлайым мин уның был халәтен: йөрәгендәге бер туҡтауһыҙ яныу уны шулай ҡайҙалыр ашҡындырып-талпындырып йәшәткән. Һәүетемсә, һәлмәк, талғын ғына һөйләшеп ултырып та булмай ине бит уның менән. Уның күңел маятнигының уғы йә "ампли-туда"ны, йә "ампли-сюда"ны ғына белде, урталыҡты тойманы кеүек. Уй-фекер йөрөтөүендәге тынғыһыҙлығы, фекер динамикаһы, хистәренең ҡапыл гөлтләп тоҡаныуы менән ул, гүйә, тыуғанынан алып тик яныу өсөн генә яратылғайны. Әйтерһең дә, завод конвейерынан сыҡҡан двигателде бер тапҡыр тоҡандырғандар ҙа, ул эшлектән сыҡҡансы, бер туҡтауһыҙ эшләргә лә эшләргә тейеш. Минең уйымса, шағирҙар тап шулай булаларҙыр ҙа ул.
Рәйестең яңы ғына яҙған шиғырын кемгәлер уҡып ишеттереү теләге менән ете төн уртаһында кешене йоҡоһонан уятыу ғәҙәте хаҡында күптәр белә. "Сибай-Өфө" поезына ултырып, тәүге тапҡыр Өфөгә ките