Найти тему
Башҡортостан гәзите

Саҡмағош уҡыусылары йәнһүрәттәр төшөрөргә өйрәнә

Ул «Мәғариф» милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла. Унда уҡыусылар ижади үҫешә һәм төрлө темаларға проекттар әҙерләй. Мультстудияла уҡыусылар үҙҙәренең анимацияһын һәм хатта иң ябай уйындарын эшләй ала. Бынан тыш, үҙәктә программалау буйынса дәрестәр үтә. Бындай тәжрибә IT менән бәйле һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу үҫтереүгә булышлыҡ итә. "Мультипликацияның төп педагогик ҡиммәте уҡыу эшмәкәрлеге төрө булараҡ балаларҙы комплекслы үҫтереүсе уҡытыу мөмкинлегенән ғибәрәт. Йәнһүрәттә балалар өсөн аңлайышлы образдар, һөҙөмтәлә бала яҡшылыҡ, яуызлыҡ, батырлыҡ, ҡурҡаҡлыҡ, дуҫлыҡ, мәрхәмәтлек кеүек төшөнсәләрҙе яҡшыраҡ ҡабул итә. Бөтә дәрестәр ҙә ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс үтә", - тип билдәләне Саҡмағош ауылындағы 1-се мәктәптең информатика һәм математика уҡытыусыһы Лилиә Гәрәева. «Мәғариф» (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәйҙең бөтә балалары һәм үҫмерҙәренең мөмкинлектәрен максималь асыу өсөн тигеҙ мөмкинлектәр булдырыу өсөн шарттар булдырырға тейеш. Бөтә ил буйынса мәктәптәр, колледждар, техникумдар төҙөлә һәм яңыртыла, шулай уҡ уларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландыра. Бушлай өҫтәмә белем биреү системаһы "Кванториум" технопарктар селтәрен, it-куб цифрлы үҫеш үҙәктәрен һәм "Сириус" һәләтле балалар өсөн үҙәктең төбәк филиалдарын киңәйтеү иҫәбенә үҫешә. Милли проекттар 2019 йылдан РФ Президенты Владимир Путиндың май указы буйынса тормошҡа ашырыла.