Найти тему
Башҡортостан гәзите

Радик Юлъяҡшин мөһим яңылыҡ хәбәр итте

Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Юлъяҡшиндың ауырып китеп, дауаханаға эләгеүе тураһында хәбәр иткәйнек. Әле ул дауахананан сыҡҡан, әммә дауаланыуҙы дауам итә. "Табиптарҙың күрһәтмәһенә ярашлы, 14 һәм 15 октябрҙәге концерттарымды кисектерергә мәжбүрмен", - тине йырсы. "Ҡәҙерле Бөрө һәм Красноусол тамашасылары! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ 14 һәм 15 октябрҙәге концерттарҙы күсерергә мәжбүрбеҙ. Һаулығымдың торошо буйынса, табиптар дауалауҙы дауам итеүҙе талап итә һәм бер нисә көн булһа ла сәхнәгә сыҡмаҫҡа кәңәш итә. Концерттарҙы яҡын араға күсерергә тырышасаҡбыҙ. Өфөләге һәм башҡа концерттар графикка ярашлы үтәсәк", - тип хәбәр иттеләр йырсының рәсми төркөмөндә. Планлаштырылған концерттар яҡын арала мотлаҡ уҙғасаҡ, был хаҡта өҫтәмә хәбәр ителәсәк, тине Радик тамашасыларына. Шулай уҡ ул кисерелгән сирҙән һуң ҡолағы ауыртыуы тураһында ла әйтте. Йырсыға һаулыҡ теләйбеҙ! Фото: Радик Юлъяҡшиндың социаль селтәрҙге төркөмөнән.