Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Илшат Фәзрахманов - агросәнәғәт комплексы продукцияһын үҫтереү хаҡында

Илшат Фәзрахманов "Алтын көҙ-2024" күргәҙмәһендә Башҡортостан агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспортын үҫтереү хаҡында һөйләне. Мәскәүҙә, «Тимирязев үҙәге» уҡыу-күргәҙмә комплексында, «Алтын көҙ» 26-сы Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе дауам итә. Форум сиктәрендә «Агроэкспорт» федераль үҙәге «Рәсәй төбәктәренең ауыл хужалығы продукцияһын экспортлау» темаһына панель дискуссия ойоштора. Ул федераль һәм төбәк власть органдары, финанс секторы һәм тармаҡ берләшмәһе вәкилдәрен йыйҙы, улар ауыл хужалығы продукцияһын экспортлау буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙағы прогресты, шулай уҡ Рәсәй продукцияһын халыҡ-ара баҙарҙа танытыуҙың көнүҙәк тенденцияларын һәм иң яҡшы ысулдарын тикшерҙе. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов сараның төп спикерҙарының береһе булды. Сентябрь аҙағына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, республика агросәнәғәт комплексының 450 мең тоннанан ашыу продукцияһын экспортҡа оҙатҡан. - Бөгөн беҙҙең алда маҡсат – 2030

Илшат Фәзрахманов "Алтын көҙ-2024" күргәҙмәһендә Башҡортостан агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспортын үҫтереү хаҡында һөйләне. Мәскәүҙә, «Тимирязев үҙәге» уҡыу-күргәҙмә комплексында, «Алтын көҙ» 26-сы Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе дауам итә. Форум сиктәрендә «Агроэкспорт» федераль үҙәге «Рәсәй төбәктәренең ауыл хужалығы продукцияһын экспортлау» темаһына панель дискуссия ойоштора. Ул федераль һәм төбәк власть органдары, финанс секторы һәм тармаҡ берләшмәһе вәкилдәрен йыйҙы, улар ауыл хужалығы продукцияһын экспортлау буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙағы прогресты, шулай уҡ Рәсәй продукцияһын халыҡ-ара баҙарҙа танытыуҙың көнүҙәк тенденцияларын һәм иң яҡшы ысулдарын тикшерҙе. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов сараның төп спикерҙарының береһе булды. Сентябрь аҙағына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, республика агросәнәғәт комплексының 450 мең тоннанан ашыу продукцияһын экспортҡа оҙатҡан. - Бөгөн беҙҙең алда маҡсат – 2030 йылға экспортты 651,2 миллион долларға, йәғни ике тапҡырға тиклем арттырыу, – тине ул.- Башҡортостан аграрийҙары үҙ продукцияһын донъяның 44 иленә оҙата. Төп импортлаусы илдәр араһында Һиндостан (38,5%), Иран (15%), Ҡаҙағстан (13%) һәм Латвия (9,2%) бар. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы һүҙҙәренсә, республика етерлек экспорт потенциалына эйә, шул иҫәптән игенде -бер миллион, май продукцияһын – 150 мең, ҡоро һөттө - биш мең, шәкәрҙе – 150 мең, кондитер ризыҡтарын – бер мең, балды – 100 тоннаға тиклем, ҡуйыртылған һөттө – бер миллион банкаға тиклем, йомортҡаны дүрт миллион данаға тиклем сит илгә оҙатыу мөмкинлегенә эйә. 2023 йылда төбәк ауыл хужалығы продукцияһын экспортлау күләме уҙған йыл менән сағыштырғанда 12 процентҡа артҡан, республиканан 328 миллион долларға 730 мең тоннанан ашыу агропродукция оҙатылған. - Экспортҡа тауар продукцияһының физик күләмен, моғайын, былтырғы рекордлы күрһәткес кимәлендә һаҡларбыҙ, – тине Илшат Фәзрахманов «Алтын көҙ-2024» күргәҙмәһенең тематик панель сессияһы йомғаҡтары буйынса. Экспорт структураһында төп өлөш -май продукцияһына (66,8%), иген (9% ашыу), аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте продукцияһына (14%), май орлоҡтары, спирттар, бал һәм башҡа продукттарға (6%), ит һәм һөт продукцияһына (3,5%) тура килә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Алтын көҙ-2024» күргәҙмәһендә төбәк продукттары һәм милли брендтары, шул иҫәптән башҡорт балы, Бәләбәй сырҙары, йылҡы ите, һыйыр ите деликатестары менән таныштырған ҙур стенд тәҡдим ителде. Бынан тыш, бында тере бал ҡорттары менән ысын солоҡ һәм үтә күренмәле «Алтын солоҡ» умартаһы урынлашҡан. Республика стендында ҡатнашыусылар һәм күргәҙмәгә килеүселәр төбәк селекцияһы, цифрлы технологиялар, компакт эмбровизор эше менән таныша ала. Күргәҙмә сараларында республика агропредприятиелары һәм ойошмаларының 100-гә яҡын вәкиленән торған делегация ҡатнаша. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) милли проекты Башҡортостанда “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау» төбәк проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Белешмә: ”Алтын көҙ” 26-сы Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе ауыл хужалығы өлкәһендәге иң әһәмиәтле һәм ҙур сараларҙың береһе, ул агросәнәғәт комплексы ҡаҙаныштарын күрһәтеү һәм тармаҡты үҫтереүҙең төп мәсьәләләрен тикшереү өсөн төп платформа булып тора.