Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Ирина Абрамова эшҡыуарҙарҙың проблемаларын хәл итеү өсөн бушлай эксперт ярҙамы күрһәтеү тураһында яңы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Эксперттар командаһына янғын хәүефһеҙлеге өлкәһендә юрист Елена Мәүлитова ҡушылды. Уның был тармаҡта 20 йыллыҡ эш тәжрибәһе бар, юридик шәхестәргә, шәхси эшҡыуарҙарға янғын хәүефһеҙлегенең мотлаҡ талаптарын үтәү, дәүләт янғын күҙәтеүе органдары күрһәтмәләре буйынса ҡағиҙә боҙоуҙарҙы бөтөрөү, административ яуаплылыҡҡа тарттырыу, шулай уҡ граждандар оборонаһының һаҡ ҡоролмаларын иҫәптән алыу (типты үҙгәртеү) мөмкинлеге буйынса консультациялар биреү менән шөғөлләнә. - Әлеге ваҡытта вәкил командаһында 50 pro bono эксперты бар. Былтыр беҙ төрлө тармаҡтарҙағы белгестәр менән туғыҙ яңы килешеү төҙөнөк: төҙөлөштән алып енәйәт һәм гражданлыҡ хоҡуғына тиклем. 2024 йылда йәмәғәт эксперттары эшҡыуарҙарҙың мөрәжәғәттәре буйынса һигеҙ эксперт һығымтаһы әҙерләгән, эксперттар ҡатнашлығында бизнес һәм консуль
Бизнес-омбудсмендың йәмәғәт эксперттары командаһына юрист ҡушылды
13 октября 202413 окт 2024
1 мин