Хәҙер 283 йортта йәшәүселәр интернет, интерактив телевидение һәм видеокүҙәтеүҙе тоташтыра ала. Эш «Һанлы иҡтисад» (национальный проект “Цифровая экономика”) милли программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарылды. - Элемтә операторҙары селтәрҙәрҙе үҙ средстволары иҫәбенә үҫтерә. Әммә проект республикала дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә Башҡортостандың Һанлы үҫеш министрлығы менән берлектә тормошҡа ашырыла. Беҙҙең дөйөм маҡсат – элек был хеҙмәттәргә инеү мөмкинлеге булмаған райондарҙа элемтә һәм интернет тәьмин итеү, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Асыҡ интернет 2.0» проекты – Башҡортостан Хөкүмәте башланғысы менән ойошторолған уникаль проект, Уны Башҡортостандың Һанлы үҫеш министрлығы «Ростелеком» компанияһы менән берлектә тормошҡа ашыра. Проект быйыл меңдән кәмерәк кеше йәшәгән 24 ауылда заманса элемтә инфраструктураһы төҙөргә һәм алты меңгә яҡын йорт хужалығын интернетҡа тоташтырырға ниәтләй. Башҡортостандың Һанлы үҫеш министрлығы быйыл проектҡа ингән 24 тораҡ пункттың исемлеген баҫтыра: Тирәкле (Архангел районы), Урмияҙ (Асҡын), Мәҫәле (Ауырғазы), Үмәр (Баҡалы), Өҫән-Ивановка (Бәләбәй), Иҫке Мөсәт (Бөрйән), Ҡауарҙы (Ғафури), Күкҡуян(Дүртөйлө), Ишемғол (Ейәнсура), Май (Иглин), Исәмәт (Илеш), Ҡолғона(Ишембай), Ефремкин (Ҡырмыҫҡалы), Яҡшембәт (Көйөргәҙе), Дарьино (Мәләүез), Салйоғот (Мәсетле), Камай (Мишкә), Татар Малаяҙы (Салауат), Покровка (Стәрлетамаҡ), Кәкребаш (Туймазы), Бөйҙө (Учалы), Сәфәр (Шишмә), Мичуринск (Шаран), Яңы Уртауыл (Яңауыл). Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Һанлы иҡтисад» (национальный проект “Цифровая экономика”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.