Уҡыуҙа 30-ға яҡын кеше, шул иҫәптән етештереү, хеҙмәт күрһәтеү, сауҙа һәм дөйөм туҡланыу өлкәһендәге бизнес хужалары ҡатнашҡан. Бушлай белем биреү сараһы «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Дүрт көн дауамында курс тыңлаусылары үҙ эшен диагностикалау ҡоралдарын үҙләштерҙе, бизнес-процесстарҙы комплекслы анализланы, компанияның үҫешенә ҡамасаулаған проблемаларҙы асыҡланы, шулай уҡ маҡсатлы аудиторияны булдырып, продукт һәм үҫеш гипотезалары менән эшләүҙең төп күнекмәләрен камиллаштырҙы. - "Эшҡыуарлыҡ мәктәбе" интенсивы үҙ эшмәкәрлеген камиллаштырыу менән ҡыҙыҡһынған ғәмәлдәге эшҡыуарҙарға йүнәлтелгән, — тип аңлатма бирҙе БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко. - Белем биреү проекты бизнесты уңышлы алып барыу өсөн кәрәкле белем һәм күнекмәләр алырға ярҙам итә. Уҡыу һөҙөмтәһе булып ҡатнашыусылар эксперттар менән берлектә һәм тренер етәкселегендә төҙөгән юл карталары тора. "Эшҡыуарлыҡ мәктәбе” — ул белем генә түгел, - тип билдәләне “Минең бизнесым" үҙәге етәксеһе, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһының сертификатлы тренеры Айгөл Хәбибрахманова. - Ҡатнашыусылар үҫеш идеяларын һәм стратегияларын тикшереү өсөн фекерҙәштәр берләшмәһен ойошторҙо. Алған белемдәр уларға бизнесты үҫтереү юлында ярҙам итер, тип ышанам. Беҙ үҙ – ара эш итеүҙе дауам итәсәкбеҙ - эшҡыуарҙар һәр ваҡыт «Минең бизнесым» үҙәгенә үҙҙәрен борсоған һорау менән мөрәжәғәт итә ала". Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» (национальный проект “Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото аҫтағы һылтанманан: https://resbash.ru/news/natsproekty/2024-10-08/v-bashkirii-proshyol-vypusk-shkoly-predprinimatelstva-3959891