Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Үргендәр ҡыуаныс кисергән

Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылында (Үрген) капиталь ремонттан һуң клуб үҙ ишектәрен асты. Сарала Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Әминә Шафиҡова, Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты. Үрген – данлыҡлы ауыл. Күренекле йырсылар Иншар Солтанбаев менән Венер Абдуллиндың исемдәрен атау ғына ла күпте һөйләй. Ауылдың ағинәйҙәре, үҙешмәкәр артистар, шулай уҡ мәктәп уҡыусылары сағыу сығыштары менән һоҡландырҙы. Фойела бай йөкмәткеле күргәҙмә эшләне, олоһо ла, кесеһе лә яратҡан йырсы Иҙел Нурғәлиндең сығышы байрамға йәм өҫтәне. Фото: Зөлфиә Аҡсурина.