Кисә Благовар районынында ҡот осҡос юл-транспорт фажиғәһе теркәлде. М-5 трассаһының 1413-сө саҡрымында "Лада Ларгус"тың 24 йәшлек водителе парапетҡа барып менә һәм баштүбән әйләнә. Машинала ете кеше була: уларҙың береһе - 22 йәшлек ҡыҙ - ваҡиға урынында һәләк була. Водитель һәм ҡалған пассажирҙар зыян күрмәй. Билдәле булыуынса, улар хәүефһеҙлек ҡайышын таҡҡан була. Һәләк булыусының туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хөрмәтле водителдәр! Юлға сыҡҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үҙегеҙ ҙә, пассажирҙарығыҙ ҙа тулыһынса үтәһен. Юл хаталарҙы ғәфү итмәй, шуны онотмағыҙ! Фото: социаль селтәрҙәр.