Найти тему
Башҡортостан гәзите

Гүзәл Уразованы ныҡ аптыратҡандар

Популяр йырсы Гүзәл Уразованың һәр концертында ниндәйҙер үҙенсәлкле хәл булмай ҡалмай. Күптән түгел генә бер тамашасы уларға кәзә бүләк иткән ине, әле ике көн рәттән концертҡа килгән егет йырсынан: "Ҡыҙығыҙға ир кәрәкмәйме?" - тип һорап, шаҡ ҡатырған. Әлбиттә, Гүзәл Уразова менән егет араһындағы әңгәмә тамашасыларҙың кәйефен күтәрмәй ҡалмаған. -Егеттәр ҙә килгән әле бында. -Хәтерләйһегеҙме мине. Кисә концертта булған инем. -Бөгөн тағы килдегеҙме? - Эйе. Кәйеф күтәрелде. -Исемегеҙ нисек? -Вилдан. -Вилдан, кисә шәп булған ине. Бөгөн нисек? -Тағын да шәп. -Вилдан, һин өйләнгәнме? -Юҡ. -Тимәк, бөгөн өйләнеп ҡайтып китәһең. -Һеҙҙең ҡыҙығыҙға ир кәрәкмәйме? -Кем белгән уны. Һорармын. Ҡурҡыттың әле мине... -Һин эшләйһеңме, уҡыйһыңмы? -Уҡыйым. -Вообще молодец егет! Бына шулай! Гүзәл Уразованың концертында ҡыҙына кейәү булырға теләүселәр ҙә табылған. Тик Эллари ғына был хаҡта ни уйлайҙыр, әлегә билдәһеҙ... Фото һәм сығанаҡ: "Интертат"