Республика көнө алдынан Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылында яңыртылған мәҙәниәт йортон асыу тантанаһы уҙҙы. Ауыл халҡын ошо иҫтәлекле ваҡиға менән Башҡортостан мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Әминә Шафиҡова, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Фәнит Моратбаҡыев һәм Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов ҡотлаған. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы хәбәр итеүенсә, капиталь ремонт барышында мәҙәниәт йортоноң бинаһының тышҡы яғы, ҡыйығы һәм бүлмәләре яңыртылған. Бының өсөн 6 миллион 947 мең 400 һум аҡса тотонолған: 6 миллион 600 мең һумы республика ҡаҙнаһынан бүленгән, 347 мең 400 һумы – урындағы ҡаҙнанан. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы һәм халыҡтың ярҙамы менән тамашасылар өсөн ултырғыстар һәм сәхнә шаршауҙары яңыртылған. Мәҙәниәт усағын яңыртыу һәм заманса шарттар булдырыу буйынса эштәр “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) һәм “Берҙәм Рәсәй” ширҡәһенең “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһына ярашлы башҡарылды. Әйткәндәй, “Мәҙәниәт” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указына ярашлы тормошҡа ашырыла. Фото: БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.