Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Ауылдаштарҙың килгеһе килеп кенә тора”

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Салауат районының Ахун ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Был инде район ауылдарында һуңғы йылдарҙа асылған 12-се модулле медицина учреждениеһы. Ул сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тейешле бөтә ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Медицина пунктында фельдшер, процедура кабинеттары, дарыуҙар һаҡлау өсөн бүлмә бар.Аҙ хәрәкәтләнеүсән пациенттар өсөн пандус ҡуйылған. Яңы медицина учреждениеһының асылыуын Ахун халҡы түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Пациенттарҙы 40 йылдан ашыу хеҙмәт стажы булған Сания Сәфәрғәлина хеҙмәтләндерәсәк. Медицина ярҙамын 634 кеше аласаҡ. –Яңы ФАПта эш башлауыма бик шатмын. Ауылдаштарға ла беҙгә килеү оҡшар, сөнки бында йәмле лә, уңайлы ла. Пациенттарҙың килгеһе килеп кенә торор әле, – ти фельдшер Сания Сәфәрғәлина. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.