Республика көнө уңайынан Архангел районы үҙәгендәге мәҙәниәт йортонда байрам концерты үтте. Сараның тантаналы өлөшөндә хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Виктор Пьянов район халҡына тырыш хеҙмәттәре, республикабыҙ үҫешенә индергән өлөштәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Етәксе үҙ сығышында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарҙы айырым билдәләп үтте, уларға һәм ғаиләләренә төрлө яҡлап булышлыҡ итәсәктәрен әйтте. “Яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйыуға өлөш индергәндәргә ҙур рәхмәт. Бөгөнгә тиклем районыбыҙҙан 31 ылау ебәрелде”, – тине Виктор Пьянов. Архангел халҡына Республика көнө уңайынан ҡотлау һүҙҙәрен урман хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Марат Шәрәфетдинов, район Советы рәйесе Леонид Семенчук, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юлия Краснова ла еткерҙе. “Донъяла меңләгән юл бар. Улар араһында иң ҡәҙерлеһе һәм кәрәклеһе – тыуған ергә илткәне. Изге төйәгебеҙҙә тамырҙарыбыҙҙы киңәйтеп йәшәгәнегеҙ, тынғыһыҙ хеҙмәтегеҙ, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлағанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт”, – т