Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Яратҡан эш – ярты бәхет”, – ти уҡытыусы Рима Яруллина.

Республика көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төрлө өлкәләрҙә тырышып эшләп, Башҡортостан данын арттырған хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Улар араһында баш ҡалалағы М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы уҡытыусыһы Рима Ким ҡыҙы Яруллина ла бар. Өфө ҡалаһындағы М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рима Яруллина рухлы, алдынғы ҡарашлы мөғәллимәләрҙең береһе. Салауат районының Икенсе Иҙелбай ауылында тыуып үҫкән Рима Ким ҡыҙы бала сағын матур хәтирәләр аша иҫкә ала. Ғаиләлә бишенсе бала булараҡ, ҡәҙерле, иркә генә ҡыҙ булып буй еткерә ул. Мәктәптә уҡыған осоронда совхозда бухгалтер булып эшләгән атаһына ярҙам итешә: төрлө ҡағыҙҙарын тултырыша, шуға күрә киләсәктә иҡтисадсы һөнәренә эйә булыу тураһында уйлай. IX класты тамамлағас, күрше Арҡауыл урта мәктәбенә йөрөп уҡырға йыйынған ҡыҙҙың теләгенә ата-әсәһе ҡаршы төшә һәм Мәсәғүт педагогия училищеһына барырға кәңәш итә. “Студент тормошона тиҙ генә өйрәнеп киттем, шул тиклем күңелле, матур үтте ул йылдар. Атай-әсәйем биргән кәңәште тотоуыма бер ҡасан да үкенмәнем. Училищела уҡығанда айырыуса башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре оҡшай ине, быға уҡытыусыларым Венера Рәшит ҡыҙы менән Рәйсә Йәғләмүн ҡыҙы ла сәбәпсе булғандыр. Башланғыс кластар уҡытыусыһы йүнәлеше менән бер рәттән башҡорт теле буйынса факультативты ла уңышлы тамамланым”, – тип күңелле студент осоро хәтирәләрен яңыртты Рима Ким ҡыҙы. 1997 йылда ҡулына диплом алған йәш белгескә Иглин районының бер ауылына эшкә йүнәлтмә бирәләр. Әммә ҡатнаш халыҡ йәшәгән сит-ят төбәк һис кенә лә күңеленә ятмай ҡыҙҙың, һәм ул, Өфөлә эшләп йөрөгән өлкән туғандары менән кәңәшләшеп, баш ҡалаға юл тота. “Шулай итеп, Өфөләге балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эш башланым. Әммә күңел мәктәпкә тартыла. Быны мөдир ҙә һиҙгәндер инде, бер көндө “136-сы башҡорт лицейына уҡытыусылар кәрәк, тиҙәр, барып ҡара әле”, тип кәңәш бирҙе. Бына шулай, 1997 йылдың октябренән бөгөнгәсә ошо белем усағына тоғро булып, эшемде яратып хеҙмәт итәм. Быйыл 25 йыл була инде”, – ти хәҙер инде ҙур тәжрибәгә эйә юғары категориялы уҡытыусы Рима Ким ҡыҙы. Башта балалар хәрәкәтен ойоштороусы була. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм 2005 йылдан лицей уҡыусыларына башҡорт теле һәм әҙәбиәте нескәлектәрен өйрәтә. “Беҙгә башҡорт телен төрлө кимәлдә белгән балалар килә. Ғаиләһендә туған телендә һөйләшкән уҡыусылар менән эшләү, әлбиттә, еңел һәм рәхәт. Шулай ҙа, уҡытыусы булараҡ, уларҙың һәр береһендә башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, башҡорт әҙиптәренең ижады менән таныштырыу – төп бурысыбыҙ. Мин үҙ эшемдә телмәр үҫтереүгә, аралашыу ҡеүәһен арттырыуға етди иғтибар бирәм, ҡала шарттарында үҫкән бала тәү сиратта башҡорт телендә аралаша белергә, телдең иң ябай ҡағиҙәләрен үҙләштерергә тейеш, тип иҫәпләйем”, – ти уҡытыусы. Һәр кем менән ихлас мөғәмә­ләлә булған Рима Ким ҡыҙы коллективта ла, уҡыусылар, ата-әсә­ләр мөхитендә лә ихтирам-хөрмәт яулаған. “Бәхетлемен. Иртәнсәк ашҡы­нып килер яратҡан эшем бар, коллективыбыҙ берҙәм, егәрле, мәктәбебеҙ йылы, яҡты. Эштән һуң һағынып ҡайтыр ғаиләм, өйөм бар. Инәйем иҫән-һау. Уның янына ҡайтып, ҡәҙерле кешемдең эргәһендә булыуҙан һәм тыуып үҫкән еремдән көс, дәрт алып киләм. Туғандарым менән берҙәм, татыубыҙ. Һаулыҡ, ер йөҙөндә тыныслыҡ булһын!” – тигән изге теләктәр менән тамамланы Рима Ким ҡыҙы әңгәмәне. Беҙ ҙә уның матур теләктәренә ҡушылабыҙ һәм ошо бәхетегеҙҙән яҙҙырмаһын, һәр ваҡыт шулай тормошҡа йылмайып бағып, уны йәмләп йәшәргә яҙһын, тигән теләктә ҡалабыҙ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.