Әхирәтем студент йылдарынан тулы булды. Кейәүгә сыҡҡас бөтөнләй һимереп китте. Әммә был уға килешә ине! Ә уның бешергән бәлештәре! Телең йоторлоҡ. Ябай макаронды ла меңгә төрләндереп бешерә. Һәм шул тәмле-тәмле аҙыҡтарын үҙе лә ашарға ярата. Уның ләззәтләнеп китеп ашағанын ҡарап, әй, рәхәт булып китә ине. Кейәүҙә ул бер ҡыҙ тапты. Ире яратам тип өйләнһә лә, әхирәтемле кәмһетә башланы. Минең өсөн ул кәмһетеү һымаҡ ине. Ә әхирәт көлә лә ҡуя. Мәҫәлән, өҫтәл артында ул әҙерләгән тәмле һыйҙы ашап ултырабыҙ. Шул саҡта ире бөтә кеше алдында “ий, минең туймаҫ тауығым” йәки “һуғымға һуйыр ваҡытың етеп түгел, үтеп тә китте бит” тиер ине. Һәм улай ғына түгел, ҡатыраҡ әйткән һүҙҙәре булды. Мин әхирәтемде һәр саҡ яҡлаша инем, ә ул мине тыйҙы. Ҡыҙҙары үҫә башлағас, фигураһы әсәһенә оҡшағаны беленде. Ул да йәһәт кенә түңәрәкләнә башланы. Быны күргән ата кеше асыуланды, ярһыны. 8 йәшлек балаға иренең: “Нимә әпсәң кеүек сусҡа булырға уйланыңмы?! Туҡтауһыҙ ашайһың! Әйҙә, икәүләшеп мырҡылдап йөрөгөҙ!”-ти