Республика көнө алдынан Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылында ял һәм спорт майҙансығы сафҡа индерелде. Объект ауыл халҡының "Айыҡ ауыл" республика конкурсында еңгән аҡсаларына тормошҡа ашырылды. Заманса майҙансыҡта балаларҙың да, йәштәрҙең дә, ололарҙың да ял минуттарын файҙалы һәм күңелле уҙғарыу өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Урам сәхнәһе төрлө саралар уҙғарыуға, бығаса урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә алынған урам тренажерҙарының да был территорияла урынлаштырылыуы бер урында балаларға ла, уларҙың ата-әсәләренә лә бергәләп ял итеүгә, шөғөлләнеүгә мөмкинлек бирә. Ауылдың ҡап уртаһында урынлашҡан яңы майҙансыҡ былай ҙа матур булған Әбеш ауылын тағы ла йәмләп оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен, ауылда балаларҙың шат тауыштары һәр ваҡыт яңғырап торһон! Матур сара хаҡында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов та үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хәбәр итә. "Бер йыллыҡ хеҙмәттәренең емештәрен барлай әбештәр. Бөгөн ауылда «Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә тормошҡа ашырылған күркәм объект – ял һәм спорт майҙансығы сафҡа индерелде. Ауыл халҡының конкурста ни тиклем тырышып, сәмләнеп ҡатнашыуына барыбыҙ ҙа шаһит булдыҡ. Еңеүҙәренә ысын күңелдән ышандыҡ һәм һөҙөмтәлә улар, ысынлап та, беренселәр рәтенә баҫты. Яңы ял үҙәге менән Әбеш ауылы хәҙер тағы ла йәмлерәк булып ҡалды. Әммә иң мөһиме, ошо конкурста ҡатнашып, әбештәр имен, сәләмәт тормош рәүешен үҙ асылдары итеп алды. Артабан да ошолай дәртле, әүҙем, берҙәм булып ҡалһын ауыл халҡы, ҡаҙаныштарҙың һуңғыһы булмаһын, күркәм майҙансыҡ уларҙы оҙаҡ йылдар ҡыуандырһын!" - тип яҙған Рөстәм Динислам улы. Афарин, әбештәр! Фото һәм сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы