Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өфө-Инйәр-Белорет юлында ремонт эштәре бара

Ҡырмыҫҡалы районының Өфө-Инйәр-Белорет юлындағы өлөшөндә асфальт һалына башланы. Эш РФ президенты В.В. Путин иғлан иткән "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" (национальный проект "Безопасные качественные дороги") милли проектына ярашлы башҡарыла. 1,5 саҡырымлыҡ юл Варшавка ауылы эргәһенән үтә. Юл япмаһын яңыртҡас, юл ситтәре нығытылып, билдә һалынасаҡ. - Өфө-Инйәр-Белорет юлы - популяр туристик йүнәлеш. Бынан машиналар күп йөрөй. Шуға ла был юлды яҡшыртырға кәрәк, - тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова. Өфө-Инйәр-Белорет юлында быйыл йәмғеһе 11,1 саҡырымға һуҙылған өс участканы йүнәтеү ҡаралған. Уларҙың 9,5 саҡырымы - Белорет районынан, 1,5-е Ҡырмыҫҡалынан үтә. Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/25165/