Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Дәүләт хәстәре йылҡы үрсетеүҙә, хәләл аҙыҡ етештереүҙә ярҙам итә

Благовар районына фермер Илфат Әхмәтшин "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү" милли проекты (нацпроект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") буйынса алып барылған "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә ҡатнашҡайны. Ул "Ғаилә фермаһы" республика конкурсында ҡатнашып, еңеүсе булып, 8 миллионлыҡ грант отҡан. Был аҡсаға ул ит эшкәртеү цехы асҡан. Бөгөн ул тыуған яғында йылҡысылыҡ һәм хәләл ит аҙыҡтары етештереү менән була. - "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" - Башҡортостанда тормошҡа ашырылған уңышлы башланғыс, - тип иҫәпләй эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко. - Яңы предприятиелар асылыуы ауылдарҙа яңы эш урындары булдырыуға, эш хаҡын күтәреүгә булышлыҡ итә. Район етәксеһе Марат Йосопов "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"н Төрөштмаҡ ауылында үткәрә, унда И. Әхмәтшин үҙ башланғысы менән сығыш яһай. Ул ауыр йөк ташыуға махсуслаштырылған нәҫелле аттар һатып ала һәм, районда йылҡысылыҡ ныҡ үҫешмәгәнен аңлап, бы

Благовар районына фермер Илфат Әхмәтшин "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү" милли проекты (нацпроект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") буйынса алып барылған "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә ҡатнашҡайны. Ул "Ғаилә фермаһы" республика конкурсында ҡатнашып, еңеүсе булып, 8 миллионлыҡ грант отҡан. Был аҡсаға ул ит эшкәртеү цехы асҡан. Бөгөн ул тыуған яғында йылҡысылыҡ һәм хәләл ит аҙыҡтары етештереү менән була. - "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" - Башҡортостанда тормошҡа ашырылған уңышлы башланғыс, - тип иҫәпләй эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко. - Яңы предприятиелар асылыуы ауылдарҙа яңы эш урындары булдырыуға, эш хаҡын күтәреүгә булышлыҡ итә. Район етәксеһе Марат Йосопов "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"н Төрөштмаҡ ауылында үткәрә, унда И. Әхмәтшин үҙ башланғысы менән сығыш яһай. Ул ауыр йөк ташыуға махсуслаштырылған нәҫелле аттар һатып ала һәм, районда йылҡысылыҡ ныҡ үҫешмәгәнен аңлап, был тармаҡты үҫтерергә ҡарар итә. Грант аҡсаһына фермер заманса, автоматлаштырылған ҡорамалдар ҡуйылған цех асып ебәрә: унда йылылыҡ камераһы ла, вакуумлы төргәкләү машинаһы ла, итте маринадлау өсөн вакуумлы массажлау-маринадлау ҡоролмаһы ла, туңдырыу камералары ла бар. Цехта йылҡы, өйрәк, ҡаҙ итенән юғары сифатлы хәләл ит аҙыҡтары етештерелә. Хәләл ризыҡты хужалыҡтың кибетендә һәм ауыл хужалығы йәрминкәләрендә һатып алырға була. И. Әхмәтшин дәүләт ярҙамына бик рәхмәтле. "Эш, яҡшы эш хаҡы булғас, кеше ауылда ҡала, ауыл яңынан терелә", - ти ул. Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/25167/