Республика көнөн быйыл айырыуса көтөп алды халыҡ. Сөнки күптән түгел генә барлыҡҡа килеп, яңы йәшәй башлаған, республикабыҙҙың Дәүләт ҡурайсылар ансамбле тамашасыларға үҙенең тәүге концерт-презентацияһын тәҡдим итте. Бында барыһы ла уйланған, ентекле әҙерләнгән: ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә сәхнә кейемдәре тегелгән, инструменттар һатып алынған, ансамбль тарафынан башҡорт халыҡ көйҙәре лә, авторлыҡ көйҙәр ҙә эшкәртелеп ҙур сәхнәгә сығырлыҡ кимәлгә еткерелгән. Һәм кисәге көн ҡурайсылар өсөн генә түгел, башҡорт халҡы өсөн дә иҫтәлекле көн булды: тамаша башланғанда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 10 октябрҙе Ҡурай көнө итеп иғлан итте. Ул йыл һайын республика буйлап төрлө саралар менән киң билдәләнәсәк. Был шатлыҡлы яңылыҡты тамашасылар аяҡ үрә баҫып дәүррәү ҡул сабыуҙар менән ҡабул итте. – Беҙ ҡурайҙың ябай музыка ҡоралы ғына түгел икәнен аңлайбыҙ, ул күптән был сиктәрҙе үтеп киткән. Ҡурай – башҡорт милләтенең музыкаль символы, быуындарҙы берләштергән мөһим элемент, ба