Найти тему
Башҡортостан гәзите

Туйҙары шоу булған...

Август аҙағында ғына яратҡан йырсыбыҙ Вәсилә Фәттәхованың ире - продюсер Илгиз Әбдрәҡиповтың Лия исемле ҡатынға өйләнеүе хаҡында хәбәр иткән инек. Әле бер айҙан күп ваҡыт та үтмәне, уның айырылышыуы хаҡында билдәле булды. Вәсилә Фәттәхованың вафатынан һуң һигеҙ йылдан һуң өйләнгән Илгиз Әбдрәҡипов икенсе тапҡыр өйләнеүен тормошоноң иң ҙур хатаһы тип һанайым, тигән ине журналистарға. Әле килеп “Интертат” порталына уның кәләше Лия Мифтахова интервью биргән һәм туйҙарын шоу- программа тип аталыуын хәбәр иткән. Баҡтиһәң, Илгиз Әбдрәҡипов менән Лия Мифтахованың никахтары рәсми рәүештә теркәлмәгән килеш үткән икән. “Эйе, әлеге шоу-прграмма “туй” тип аталды. Ул минең әлеге шоуҙа ҡатнашыуымды һораны. Ләкин ул миңә кейәүгә сығырға тәҡдим яһаманы. Шуға күрә беҙҙең рәсми айырылышыу ҙа булманы. Был – бары тик ике ҙур кешенең юлдары айырылыу ғына. Мин уның менән 1 ай йәшәнем, үҙемә тәҡдим яһауын көттөм. Ләкин ул үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ – ир-ат булараҡ ҡатыны өсөн яуаплылыҡ алырға теләмәү сәбәпле, уның һөйәркәһе ролендә йәшәргә теләмәнем, әйберҙәремде йыйҙым да китеп барҙым. Уның йортонда барлыҡ эштәргә лә ярҙам итеп тороусы йәш хужабикә бар. Миңә унда нимә ҡалған? Күрәһең, күп йылдар күләгәлә ултырғандан һуң, продюсер булараҡ, уға пиар кәрәк булғандыр. Туйыбыҙҙа кем генә юҡ ине. Шәхсән миңә, быларҙың береһе лә кәрәк түгел ине. Мин – табип-косметолог, миңә ундай пиар нимәгә? Мин был өлкәлә белгес, һәм миңә популярлыҡ кәрәк түгел. Ул һорағанға ризалаштым инде. Һәм, бер ай эсендә бер ни ҙә үҙгәрмәйәсәген күреп, китеп барҙым. Уны өгөтләп ултыра алмайым бит. Туйҙы ул ойошторҙо, барлыҡ бүләктәрҙе лә үҙенә алды. Ә мин унда кем һуң? Мин был туйҙа кейәүгә сығырға тәҡдим яһалмаған килеш кенә ҡатнаштым. Тәүге ирем менән беҙ 20 йыл бергә йәшәнек, 3 бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Беҙҙең балалар бер бергә йәшәй, мин унда былай ҙа барып йөрөйөм. Миңә ниңә уны кире ҡайтарырға? Тағы бер ҡабатлайым, был пиар миңә кәрәк түгел ине. Илгиз минән был шоуҙа ҡатнашыуымды һораны. Мин киткән көндө үк интервью биргән. Мөнәсәбәттәребеҙ өсөн борсолоп, мин киткәнгә ҡайғырһа, ул шулай эшләр инеме? Инициатива унан килә”, - тигән Лия Мифтахова. Был хәлдәрҙән һуң көлөргәме әллә иларғамы... Шоу өсөн дә туй үткәреп, үҙеңде бар интернетҡа һалып, шаулаттың да ти... Ә артабан ни эшләргә... Һәр хәлдә, ғәйеп атта ла, тәртәлә лә барҙыр... Фото һәм сығанаҡ: “Интертат”