Найти тему
Башҡортостан гәзите

Техника хәҙер йылыла тора

Был мөһим ғәмәлдәр БР Хөкүмәте Премьер-министрының урынбаҫары – Хөкүмәт аппараты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азамат Абдрахмановтың ярҙамы арҡылы тормошҡа ашырылды. – Республика Башлығына был мөһим проектты хуплағаны өсөн ихлас рәхмәт әйтәбеҙ. Уның ҡатнашы һәм ярҙамынан тыш пландарҙы бойомға ашырыу ҡатмарлы булыр ине. Был тантана – дөйөм файҙа өсөн һалынған уртаҡ көстөң һөҙөмтәһе, – тип билдәләне А. Абдрахманов. Ҡотлау сараһына БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың йәмәғәт хәүефһеҙлеге, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров та килде. Ул районда хәүефһеҙлек буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барылыуын билдәләне. Яңы гараж боксы менән БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Кирилл Петров таныштырҙы. Ул, гараж ирекле янғын һүндереү командаларына был эшкә йәйен генә түгел, ҡышын да әҙер булыу мөмкинлеген бирә, тип билдәләне. Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/25213/