“Вебер" Рәсәй халҡының ниндәй ҡиммәттәр яҡлы икәнен һәм уларҙың чайлдфри хәрәкәтенә (инглиз һүҙе – балаһыҙ, бала тапмау) нисек ҡарауын асыҡлаған. Һорау алыныусыларҙың күпселеге (68%) бындай хәрәкәттең барлығын белә, ә өстән бер өлөшө уның тураһында беренсе тапҡыр ишетә. Респонденттарҙың яртыһы илдә балаһыҙлыҡ пропагандаһын тыйыу яҡлы. Бындай саралар традицион ғаилә ҡиммәттәрен нығытырға һәм тыуымды арттырырға ярҙам итер, ти улар. 39% был хәрәкәтте тыйыуҙы хупламай. Ә балаһыҙ булыуҙы һайлау һәр кемдең шәхси эше тигән фекер менән рәсәйҙәрҙең 74 проценты килешә. Респонденттарҙың 37 проценты, балаһыҙлыҡ пропагандаһы өсөн штрафтар индерергә кәрәк, тип иҫәпләй, 44 проценты бындай язаға ҡаршы. Бынан тыш, һорау алыныусыларҙың күпселеге (74%) балаһыҙлыҡҡа һалым индереүгә ҡаршы (күпселек 18 йәштән 34 йәшкә тиклемге йәштәр). Ә рәсәйҙәрҙең биштән бер өлөшө был башланғысты хуплай, өҫтәүенә бындай позицияға ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бер тигеҙ ҡарай. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республи