Башҡортостан Республикаһының Лизинг компанияһы Өфөләге “ТРИО” компанияһына ике изотермик фургон алыу өсөн 5, 4 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәткән. Был тауар әйләнешен һигеҙ процентҡа арттырырға мөмкинлек бирә. Ярҙам РФ президенты В.В. Путин иғлан иткән "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү" милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы атҡарылған. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко: “Бәләкәй һәм уртаса предприятиелар йыш ҡына финанслауҙа ауырлыҡтар менән осраша, был ҡорамалдарҙы, автопаркты яңыртыуҙа ла ҡамасаулай. Республика лизинг компанияһының дәүләт булышлығы бындай компаниялар өсөн мөһим инструмент булып тора, - тип асыҡлай. “ТРИО” компанияһы эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше – ит һәм ит аҙыҡтарын күмәртәләп һатыу. Ойошма аҙыҡты етештереүселәрҙең үҙҙәренән һатып ала һәм уны тотош илдә тарата. Үҙ транспорты булыу иһә компанияға продукцияны үҙ ваҡытында алып барып еткерергә һәм хаҡтарҙы ныҡ арттырмаҫҡа булышлыҡ итә. Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/25175/
Дәүләт ярҙамы тауар әйләнешен арттырыуға булышлыҡ итә
11 октября 202411 окт 2024
~1 мин