Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өҫтәл уйындары етештереүселәр халыҡ-ара баҙарға сыҡҡан

Wood Kubik бренды менән өҫтәл уйындары сығарыусы бәләкәй ғаилә ойошмаһы Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге ярҙамында вебинарҙарҙа ҡатнашып һәм сит ил маркетплейстарында урынлаштырылып, халыҡ-ара баҙарға сығыуға өлгәшкән. Ярҙам РФ президенты В.В. Путин иғлан иткән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ярашлы күрһәтелгән. – Йыл башынан Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге ярҙамында республикабыҙҙан 22 ойошма халыҡ-ара майҙансыҡтарға сыҡты. Улар Alibaba, Etsy, Noon, Amazon, Lazada, Uzum, Topfranchise тигән билдәле маркетплейстарҙа урынлаштырылды. Тауарҙарҙы 28 идә һатып алырға була, - тип хәбәр итә республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры вазифаһын башҡарыусы Маргарита Болычева. Проектҡа нигеҙ һалған Ләйсән Шәрифуллина әйтеүенсә, уларҙың бәләкәй генә компанияһы ғаилә оҫтаханаһы булып ҡына эш башлаған. Бәләкәй улдарын шатландырыу теләге уникаль әйбер – ағас кубиктар эшләй башлауға килтергән, уларҙы бик күп бала яратып өлгөргән. – Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге менән хеҙмәттәшлек итеү беҙгә өсөн ныҡ алға китергә ярҙам итте. Хәҙер беҙ етештергән уйынсыҡтар Рәсәйҙә генә түгел, АҠШ, Чили илдәренә лә барып етә, – ти эшҡыуар. Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/25184/

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц