Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Райондарҙа ла байрам байрамса!

Башҡортостан үҙенең район һәм ҡалалары менән көслө. Республика көнөнә арналған сара Миәкә районында ла йәнле үтте. “Дан алеяһы” скверындағы скверҙа мемориалға сәскәләр һалыуҙан башланып китте ул. Үҙәк мәҙәниәт һарайы фойеһында күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре үтте. Концерт залында ижади коллективтар сағыу сығыштары менән байрамды биҙәне. Оҙаҡ бергә ғүмер иткән ғаилә парҙарын тәбрикләү, йәш миәкәлеләргә паспорттар тапшырыу ҙа сараның күркәм өлөшө булды. Бишбүләк мәҙәниәт һарайында ла Республика көнөнә арналған саралар иҫтәлекле булды. Ғаилә көнө уңайынан фойела ойошторолған ғаилә династияларының ижади эштәре айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Республикабыҙ мәнфәғәте өсөн тырышҡан хеҙмәт кешеләрен ҙурлау, данлау ҙа байрамдың бәҫен арттырҙы. Уларға төрлө кимәлдәге наградалар тапшырылды. Улар араһында уҡытыусылар ҙа, ашнаҡсылар ҙа, бухгалтерҙар ҙа, башҡа тармаҡ белгестәре лә булды. Үҙешмәкәр һәм професионал артистарҙың рухлы, дәртле сығышы менән тамамланды байрам тантанаһы. Фото: Миәкә район ха

Башҡортостан үҙенең район һәм ҡалалары менән көслө. Республика көнөнә арналған сара Миәкә районында ла йәнле үтте. “Дан алеяһы” скверындағы скверҙа мемориалға сәскәләр һалыуҙан башланып китте ул. Үҙәк мәҙәниәт һарайы фойеһында күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре үтте. Концерт залында ижади коллективтар сағыу сығыштары менән байрамды биҙәне. Оҙаҡ бергә ғүмер иткән ғаилә парҙарын тәбрикләү, йәш миәкәлеләргә паспорттар тапшырыу ҙа сараның күркәм өлөшө булды. Бишбүләк мәҙәниәт һарайында ла Республика көнөнә арналған саралар иҫтәлекле булды. Ғаилә көнө уңайынан фойела ойошторолған ғаилә династияларының ижади эштәре айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Республикабыҙ мәнфәғәте өсөн тырышҡан хеҙмәт кешеләрен ҙурлау, данлау ҙа байрамдың бәҫен арттырҙы. Уларға төрлө кимәлдәге наградалар тапшырылды. Улар араһында уҡытыусылар ҙа, ашнаҡсылар ҙа, бухгалтерҙар ҙа, башҡа тармаҡ белгестәре лә булды. Үҙешмәкәр һәм професионал артистарҙың рухлы, дәртле сығышы менән тамамланды байрам тантанаһы. Фото: Миәкә район хакимиәтенән.