10 октябрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында уҙған Республика дәүләт ҡурайсылар ансамбленең тәүге концертында Радий Хәбиров та ҡатнашты. Ансамблде 2024 йылдың яҙында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән ойошторҙолар. Коллективтың төп бурысы – ҡурайҙа уйнауҙың традицион сәнғәтен һәм башҡорт музыка мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу, уларҙы киң аудиторияға аңлайышлы һәм заманса форматта күрһәтеү. Башҡортостан Башлығы музыканттарҙы премьера менән ҡотланы һәм киләсәк быуындарға тапшырыу өсөн музыкаль традицияларҙы һаҡлауҙа уларҙың роле мөһим икәнде билдәләне. – Бөгөн Башҡортостан Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең тыуған көнө. Был ваҡиғаны музыканттар һәм ҡурай һөйөүселәр оҙаҡ көттө. Бындай кимәлдәге коллективтың барлыҡҡа килеүе республикала ҡурайсыларҙың күбәйеренә сәбәп булыр тип ышанам, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Ҡурай – ябай музыка ҡоралы ғына түгел, милләттең символы, быуындарҙы берләштергән мөһим элемент, башҡорт халҡының әләме, ораны, ҡеүәте, башҡорт халҡының йәне. Шуға күрә,