Республика көнө алдынан Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған дүрт йәш кешегә фатир асҡыстары тапшырҙы. Был юлы байрамдың "елле" бүләген Илүзә, Рушана, Оксана һәм Батыр алып ҡыуанды. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә яҙған. "Бөгөн йәштәрҙә икеләтә байрам, тантаналы шарттарҙа уларға фатир асҡыстары тапшырылды. Йәштәрҙе "Торлаҡ" милли проектының етем балаларҙы һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү дәүләт программаһына ярашлы йәшәр урын менән тәьмин иттек. Яңы торлаҡтары уларға яңы тормош башы булһын! Йәштәрҙең яңы йорттарын тыныслыҡ, бәхет, изгелек һәм хәстәрлек уратып алһын!" – тип яҙған Рөстәм Динислам улы. Беҙ ҙә йәштәрҙең оло ҡыуанысын уртаҡлашабыҙ. Фото һәм сығанаҡ: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән