Бер ҡасан да, бер кемде лә сихырламағыҙ, зинһар! Ошо ҡара ысулға бер мәртәбә мөрәжәғәт иттем, әммә үкенесе ғүмерлек булды. Бер егеткә ғашиҡ инем. Бик ныҡ яраттым, төндәрен йоҡлай алмай тик уның хаҡында уйлар инем. Тик ул минең әхирәтемде яратты. Беҙ ул егет менән бик дуҫ булдыҡ. Минең хистәремде һиҙмәне лә, бәлки, һиҙһә лә өндәшмәгәндер. Бер көн әхирәтемдән уларҙың өйләнешергә йыйыныуҙарын ишеткәс, ҡайғынан бөгөлөп төштөм. Их, ул саҡта аңламағанмын шул ысын бәлә-ҡазаның нимә икәнен! Бер таныш өлкән апайҙың сихыр менән булышҡанын белә инем. Шуға киттем. Тегенән: “Яратҡан кешем икенсе кешегә өйләнмәһен өсөн берәй нәмә эшләй алаһығыҙмы?”-тип һораным. Сихырсының: “Әлбиттә”,- тип ҡурҡыныс итеп йылмайғанын әле лә хәтерләп ҡурҡып китәм. Егеттең фоторәсемен алып килергә ҡушты. Нимә уйлағанмындыр инде ул саҡта: барыһын да сихырсы ҡушҡанса эшләнем. Һөҙөмтәһе үҙен оҙаҡ көттөрмәне: әхирәтем менән минең һөйгәнем өйләнешмәне. Улар буштан-бушҡа йыш талаша башланы. Әхирәтем нимә эшләргә белмәй ҡайғыһы