Бөгөн билдәле эшҡыуар һәм шағир Азамат Юлдашбаев үҙенең күркәм юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан юбилярҙы ҡотлап, уға иң изге теләктәрҙе еткерәбеҙ. Азамат Рәмил улын 60 йәше менән тәбрикләп, шағирә Гөлназ Ҡотоеваның күңел түренән сыҡҡан иң матур теләктәрен һеҙгә лә еткергебеҙ килә. "2002 йылдар тирәһендә таныштым мин уның менән. “Ағиҙел” журналы редакцияһында эшләп ултырғанда, ҡарасман ғына һылыу егет килеп инде лә туп-тура миңә атлап килеп ҡулыма ҡағыҙ һондо. Баҙап ҡалдым. “Завод, фабрикалар – эшселәргә, Бабич премияһы – шағирҙарға!” тигән баш аҫтында Гөлназ Ҡотоеваға ниңә Бабич премияһы бирелмәне тигән фекерен еңеллек һәм үҙенә күрә сая рух менән теҙгәйне ул унда. Ысынлап, “Һағынырмын ямғыр елен” китабым менән “Шоңҡар” журналы йәштәр премияһына тәҡдим иткәйне һәм һөҙөмтәләре билдәле булғайны. Ҡыйралыбыраҡ йөрөгән миңә был тереһыу кеүек тәьҫир итте. Тағы ла яҡшыраҡ китап яҙасаҡмын, тигән фекергә килдем был хәлдән һуң Мәҡәлә “Йәшлек” гәзитендә донъя күрҙе, ә Азамат Рәмил улы һуҙған ҡағыҙ