11 октябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Нәжиб Асанбаевтың “Ҡыҙыл Паша” спектакле күрһәтелә. Күп йылдарҙан һуң яңыртылып ҡуйылған сәхнә әҫәренең инсценировкаһын Динара Ҡәйүмова менән Айрат Абушахманов яҙған. – Республика көнө халҡыбыҙ өсөн үҙенсәлекле һәм әһәмиәтле мәҙәни ваҡиға булып тора. “Ҡыҙыл Паша” – тарихи һәм драматик жанрҙағы әҫәр, унда Башҡортостандың арҙаҡлы шәхестәренең береһе, революционер һәм сәйәси эшмәкәр Кәрим Хәкимовтың ауыр, әммә данлы тормош юлы сағылдырыла, – ти спектаклдең режиссеры Айрат Абушахманов. Тамашасылар спектакль барышында Башҡортостандың күп милләтле халҡының революцион көрәшен, илдең азатлығы өсөн булған оло батырлыҡтарын тәрән кисерештәр аша күрәсәк. Был тамаша Башҡортостандың күп быуатлыҡ рухи мираҫын, халыҡтың рухи ҡеүәтен, уның үткәнен һәм бөгөнгөһөн тәрән хөрмәт менән сағылдыра, мәңгелек ҡиммәттәр тураһында уйланырға мәжбүр итә. Спектакль матур сәхнә биҙәлеше, оҫта ҡуйылышы һәм талантлы артистарҙың уйыны менән айырылып тора. Тамашасыларҙы күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланырлыҡ, тарих һәм рухи көс менән һуғарылған үҙенсәлекле кисә көтә. Спектакль киске сәғәт 7-лә башлана. Йәш сикләүе – 12+. Фото: Руслан Юлтаев.