10 октябрҙә Республика йортонда Абхазия Президенты Аслан Бжания менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың осрашыуы үтте. Көн тәртибендә халыҡ-ара иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу тураһында һүҙ барҙы. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостан менән Абхазия араһындағы төп хеҙмәттәшлек йүнәлештәренең береһе – туризм. “Башҡортостан-Абхазия оҙон ғүмерлелеге” программаһына ярашлы, республикабыҙҙан өлкән быуын кешеләре төркөмө Абхазияла булып ҡайтты. Был сәфәр уларҙа ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. - Һеҙҙең илдең баш ҡалаһында аэропорт төҙөү буйынса эштәр план буйынса барыуын беләбеҙ һәм әлеге көндә Өфө - Сухум тура рейсын ойоштороу мәсьәләһен ҡарайбыҙ, - тине Радий Хәбиров. Аслан Бжания авиабәйләнеште үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе: - Өфө менән Сухум араһында авиарейс асыу беҙҙең өсөн бик мөһим. Башҡортостан халҡы беҙгә килһен, һаулыҡтарын нығытһын, Абхазия ҡояшына һоҡланһын. – тине Аслан Бжания. Осрашыу сиктәрендә шулай уҡ сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек перспективалары һәм ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙ