Бөгөн, 10 октябрҙә медицина фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР-ҙың уйлап табыусыһы Зәйнулла Ғәбиҙуллин йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асылды. Ул баш ҡаланың Баҡалы урамы, 68/6-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан. Сарала республиканың күренекле дәүләт, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, медицина берләшмәһе вәкилдәре ҡатнашты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, сараны асып, түбәндәгеләрҙе билдәләне: - Башҡортостанда күренекле шәхестәр күп, һәм беҙ - улар хаҡында иҫтәлекте хөрмәт итә белгән халыҡ. Һуңғы биш йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы күренекле ватандаштарыбыҙҙың хәтерен мәңгеләштереү буйынса илленән ашыу сараны тормошҡа ашырҙы: һәйкәлдәр, мемориаль таҡтаташтар асылды, мәғариф учреждениеларына исемдәр бирелде һ.б. Был сараларҙың ике тиҫтәнән ашыуы республикабыҙҙан ситтә тормошҡа ашырылды. Мин, Рәсәй Дәүләт Думаһының мәғариф буйынса комитеты ағзаһы булараҡ, Зәйнулла Ғәйнулла