Бөгөн Өфөлә, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтте. Дәүләт байрамын билдәләр өсөн беҙҙең ышаныслы дуҫтар, туғандаш төбәктәр делегациялары килде. Улар – Абхазия Республикаһы Президенты Аслан Бжания, Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин, Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Соловьев һәм башҡалар. Шулай уҡ Рәсәй төбәктәре вәкилдәре булды. – Бөгөн беҙҙең ышаныслы дуҫтарыбыҙ килде. Башҡортостан инде нисәнсе йыл Красный Луч ҡалаһына шефлыҡ ярҙамы күрһәтә. Һуңғы тапҡыр унда барған саҡта ҡала тормошондағы тәрән үҙгәрештәрҙе күрҙек, ул күҙ алдында матурлана. Шулай уҡ бөгөн Абхазия менән ныҡлы дуҫлыҡты символлаштырған колоннада асылды. Бөгөн беҙҙең менән бергә булғанығыҙ, байрамыбыҙҙы уртаҡлашҡанығыҙ өсөн рәхмәт. Беҙгә йылы мөнәсәбәттәр һәм тығыҙ хеҙмәттәшлек мөһим, – тине ул, ҡунаҡтарҙы сәләмләп. Башлыҡтың байрам телмәрендә махсус хәрби операция темаһына ҙур иғтибар бирелде. Радий Фәрит улы белдереүенсә, Башҡортостан яугирҙәре дөйөм еңеүгә мөһим өлөш индерә, ҡаһарманлыҡ һәм ныҡлыҡ күрһәтә. 11 яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған. – Бөгөн бында беҙҙең менән вертолет полкы командиры, Рәсәй Геройы, полковник Денис Чернавин. Һеҙ һәм һеҙҙең хәрби иптәштәрегеҙ – Ватаныбыҙҙың ысын ғорурлығы. Залда Рәсәй Геройҙары Максим Серафимов, Тамерлан Илһамов, Игорь Насибуллин, Алмаз Сафин, Станислав Большаков, Борис Дудко, Денис Чернавин, Илдар Суфийәровтың ата-әсәләре һәм яҡындары ултыра. Уларҙы ихлас сәләмләйбеҙ һәм геройҙарыбыҙ ҡаһарманлығына тәрән ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, республиканың йөҙәрләгән хәрбиһе күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн дәүләт наградаларына лайыҡ булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, батырҙарса һәләк булғандар ҙа бар. Радий Фәрит улы 18 августа Президент Указы менән үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исемен алған Илдар Суфийәров тураһында һөйләне. – Илдар Суфийәров – “Башҡортостан” полкының взвод командиры, өлкән лейтенант. 12 апрелдә хәрби бурысын үтәгән саҡта уның командованиеһы аҫтындағы төркөм бер нисә сәғәт дауамында позицияны обороналап тора. Дошмандың утлы һөжүмен кире ҡаға торғас, өлкән лейтенант Суфийәров бер үҙе ҡала. Үҙенең һуңғы алышында көс һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, ул әсир төшмәй, ә бер нисә дошман һалдатын да юҡ итеп үҙен граната менән шартлата... Геройҙарҙың исемдәре һәм батырлыҡтары беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәйәсәк, – тине Радий Хәбиров. Тантаналы сарала ҡатнашыусылар бер минутҡа тын ҡалып, һәләк булған Ватан һаҡсыларын хәтергә алды. Артабан республика етәксеһе Башҡортостандың уңыштары һәм ҡаҙаныштары менән таныштарҙы. Ҡатмарлы шарттарҙа ла республика үҙенең иҡтисадын нығытыуҙы дауам итә. Һәр кем дөйөм уңыштарға үҙ өлөшөн индерә. – Рәсәй Президенты Владимир Путинға бөтә республика халҡы исеменән айырым рәхмәт һүҙҙәрен әйткем килә. Ул беҙҙең ҙур пландарҙы һәм башланғыстарҙы хуплай һәм ярҙам итә. Башҡортостан сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге рейтингында иң яҡшы төбәктәрҙең береһе булып танылды. Былтыр беҙҙә сәнәғәт 6,5 процентҡа үҫте, быйыл йәнә – 4,8 процентҡа. Был күрһәткестәр илдәге уртаса күрһәткестән юғарыраҡ, – тине ул. Радий Хәбиров алдынғы предприятиеларға эшмәкәрлектәре өсөн рәхмәт әйтте. Улар араһында – “Башнефть”, “БСК” “Газпром”, “ПОЛИЭФ”, “ӨМЭП”, ОЗНА, “Витязь” һәм башҡалар. Бынан тыш, республика илдең иң мөһим инвестиция рейтингында алдынғы өс төбәк иҫәбенә инә. Башҡортостан Рәсәйҙең алдынғы ауыл хужалығы төбәге булып ҡалыуын дауам итә. – Ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамай, беҙ әле үк өс миллион тоннанан ашыу иген йыйып алдыҡ. Республика тарихында булмағанса рекродлы шәкәр сөгөлдөрө уңышын көтәбеҙ, ул 2,5 миллион тоннанан ашасаҡ. Бөгөн беҙ тулыһынса үҙебеҙҙең ихтыяжды ҡаплайбыҙ һәм агросәнәғәт тауарҙарын 44 илгә һатабыҙ, – тине ул. Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө темптары буйынса иң яҡшы төбәктәр иҫәбендә. Былтыр рекордлы 3,3 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлдө, быйылғы йылдың һигеҙ айында – 1,9 миллион квадрат метр. Беҙ илдә тәүгеләрҙән булып алданған өлөшсөләр проблемаһын хәл иттек. Парктар һәм скверҙар төҙөкләндереү, ихата һәм подъездарҙы ремонтлау менән шөғөлләнәбеҙ. Былтыр 123 йәмәғәт киңлеге яңыртылды. – Быйыл тантаналы шарттарҙа Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейын үткәрҙек. Баш ҡала байрамын яңыртылған майҙансыҡтар, парктар һәм скверҙар, мөһим социаль объекттар менән ҡаршы алды. Был өфөләргә иң яҡшы бүләк булды. Республика юл-транспорт селтәрен үҫтереүгә етди иғтибар бирә. Былтыр 1600 погон метр күпер һалынды һәм ремонтланды, 1400 километр автомобиль юлы ремонтланды. Быйыл Көнсығыш сығыу юлы эшләй башланы, күптән түгел “Көньяҡ ҡапҡа” проектының бер өлөшөн сафҡа индерҙек, – тип ҡаҙаныштар тураһында һөйләне ул. Тантаналы йыйылыш һуңында Радий Хәбиров республиканың алдынғы хеҙмәткәрҙәрен илдең һәм республиканың юғары дәүләт наградалары менән бүләкләне. Рәсәй Президенты Указы менән Дуҫлыҡ орденына Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов лайыҡ булды, ә Республика онкология үҙәгенең баш табибы Адель Измайловҡа Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы исеме бирелде. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Адрей Назаров Петр Столыпин миҙалын алды. С. Аксаков исемендәге йорт-музей мөдире, билдәле яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Михаил Чванов “Башҡортостан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены кавалеры булды. Юғары квалификациялы, күп профилле хирург, шулай уҡ уҡытыусы, ғилми һәм дауалау практикаһын бер юлы алып барған эшмәкәр Владимир Плечев Халыҡтар дуҫлығы орденына лайыҡ булды. Салауат Юлаев орденын яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллина, “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалын Башлыҡ ҡулынан күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов алды. Бынан тыш, Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларға генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы. Фото: "Башинформ".