Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бөгөн бында ашҡынып килдек

Ҡариҙел районы ҡыҙы Зинира менән Ризат Рамазановтар бөгөн бер нисә сәғәткә кенә Ҡазандан Өфөгә килеп ҡайтҡан. Шатлыҡтары ла ниндәй бит: йырсылар республика Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан "Башҡортостандың атҡаҙанған артисы" тигән исемдәр алды. "Беҙ бик шатбыҙ. Бындай исем бирәсәктәре тураһында ишеткәс тә бик ныҡ тулҡынландыҡ, ашҡынып килдек. Бөгөн хатта Ҡазанда кис көнө концертыбыҙ була. Ҙур рәхмәттәребеҙҙе беҙҙең ижадты яратҡан һәм үҙ иткән тоғро тамашасыларға еткерәбеҙ. Оло баһа биргәндәре өсөн Башҡортостан етәкселегенә ҙур рәхмәт. Киләсәктә был ышанысты беҙ аҡларбыҙ. Иң мөһиме - илдәр тыныс, күктәр аяҙ булһын!"- тип шатлыҡтары менән уртаҡлаша Зинира Рамазанова. Юғары исемгә лайыҡ булған йырсыларҙы беҙ ҙә ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ! Фото: телеграм