Танылған йырсы Илһөйә Бәҙретдинова бала сағына бәйле ҡыҙыҡлы хәтирә менән уртаҡлашҡан. “Бәләкәй саҡта аш-һыу тапшырыуын ҡарағанда “бульон” тигән һүҙҙе ишеттем дә: “Үҫкәс, бульон ашап ҡарайым”, - тип хыялландым. Бик һуң ғына мин ул бульонды көн дә ашап үҫкәнемде аңланым. Дөрөҫөн генә әйткәндә, әбей (нәнәй) шул бульондан башҡа бүтән нәмә бешерә лә белмәй ине буғай. Уның ҡарауы, нисек итеп бешерә ине! Һурпаға елекле ҙур ит киҫәге һалып! Ә ҡайһы берҙә аҙ ғына һыйыр, аҙ генә тауыҡ йәиһә ҡаҙ итен ҡушып. Ҡайнап сыҡҡас, туртаһын һәйбәтләп йыйып ала, һурпа тап-таҙа була ине. Тоҙлап, һуған һалып, оҙаҡ итеп ҡайната ине. Был һиңә ресторанда бирелә торған, өҫтөндә ике генә түңәрәк өрө йөҙөп йөрөгән бульон түгел! Ә ысын, өрөлө һурпа!” – тип яҙҙы Илһөйә Бәҙретдинова. Ә һеҙ ниндәй һурпа яратаһығыҙ? Иң тәмле һурпа ниндәй иттән, тип һанайһығыҙ? Һурпа өҫтөндә йөҙөп йөрөгән май һеҙҙең яҡта нисек атала? Илһөйә Бәҙретдинова тап шуны “өрө” тип яҙған да инде. Фото: И. Бәҙретдинованың социаль селтәрҙәге төркөмөнән.
Илһөйә Бәҙретдинова бала саҡта һурпа эсергә хыялланған
10 октября 202410 окт 2024
~1 мин