Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн Өфөлә яңы үҙенсәлекле объект – Ағиҙел яры буйында Дуҫлыҡ монументы эргәһендә колоннада асылды. Абхазияның Сухум ҡалаһындағы билдәле архитектура ҡоролмаһының күсермәһе хәҙер баш ҡалабыҙҙы ла биҙәйәсәк. Был тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Абхазия Президенты Аслан Бжания, һәм Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин ҡатнашты. Әйтергә кәрәк, колоннада нигеҙенә тәүге таш былтыр 11 октябрҙә һалынғайны. – Республика көнө алдынан бөгөн беҙҙә сағыу ваҡиға. Ул беҙҙең ҙур дуҫлығыбыҙҙың символы булып тора. Был урын Башҡортостан, Өфө халҡы өсөн бик мөһим. Тап ошонан 1574 йылда беҙҙең баш ҡалабыҙ Өфө башлана. Эргәлә генә башҡорттарҙың Рәсәй дәүләте составына ирекле ҡушылыуының 400 йыллығына арналған Дуҫлыҡ монументы тора. Бер яҡта - Өфөгә Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы исеме бирелеүгә арналған обелиск. Беҙ тап ошонда 1948 йылда Сухум ҡалаһында төҙөлгән колоннада күсермәһен булдырырға ҡарар иттек. Башҡортостан менән Абхазия дуҫлығының тамырҙ