...Камилды күптән, бик күптән күргәне юҡ ине Мараттың. Баштараҡ, бер ҡалала йәшәп, бер үк урамдарҙан йөрөһәләр ҙә, донъя мәшәҡәттәре араһында бер һөйләшеп ултырыу түгел, сәләмләшергә лә ваҡыттары етмәне. Хәйер, яртышар йыл вахтанан ҡайтып инмәгән ирҙәрҙең тормошо башҡаса нисек булһын? Ә ҡасандыр Марат ул саҡта дуҫ тип иҫәпләп йөрөгән Камилдың туйында ла булғайны бит. Хәйер, “туй” тип әйтерлеге бармы икән... Яҡын туғандарҙан һәм бер нисә дуҫ-иштән торған, тыныс, тиҙ үткән ҡәҙимге табын ине ул. Йәштәргә күҙ ташлау ҙа етә: был тиклем дә ҡапма-ҡаршылыҡлы, бер-береһенә тамсы ла тап килмәгән пар артабан бергә йәшәп китеүе ихтималмы? Хәйер, был икәүҙең уртаҡ киләсәгенә шикләнгән кеше бер Марат ҡына булмағандыр. ...Дөрөҫөн әйткәндә, Камилды өйләндерҙеләр. Ҡыҙҙарҙы туҡтауһыҙ алмаштырып, буйҙаҡ тормошҡа бөтөнләй күнегеп китә башлағас, дәрт-дарманлы туғандары уға ныҡлап тотондо. Тәүҙә димләнеләр, үҙҙәренә ҡалһа, һәр яҡтан килгән ҡыҙ менән таныштырҙылар, егет тәүҙә ыңғайламаҫтай булғас, кире һәм ы