Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өс мотоциклист юғалған

Башҡортостанда өс йәш мотоциклист эҙһеҙ юғалған. Был хаҡта “ЛизаАлерт Башҡортостан” эҙәрмән отряды ағзалары хәбәр итә. Ирекмәндәр әйтеүенсә, 8 октябрҙә ир-егеттәр мотоциклдарҙа Иглиндан Асы ауылына юл тотҡан. Хәҙерге мәлдә уларҙың ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ. Тәүге юғалған егеттең исеме Айгиз Сәйетҡолов. Уға 23 йәш. Буй оҙонлоғо 175 сантиметр, ҡәҙимге кәүҙәле, ҡара сәсле, ҡуңыр күҙле. Төҫлө сыбар мотоэкипировкала һәм мотошлемда. Икенсеһе – Артем Ғарифуллин, 27 йәштә. Буй оҙонлоғо 170 сантиметр, ҡәҙимге кәүҙәле, ҡара сәсле, ҡуңыр күҙле. Шулай уҡ төрлө төҫтәге, сыбар мотоэкипировкала һәм мотошлемда. Өсөнсөһө – Руслан Дәүләтшин, 34 йәш. Буй оҙонлоғо 180 сантиметр, ҡәҙимге кәүҙәле, пеләш, күҙҙәре һоро-зәңгәр төҫтә.Төрлө төҫтәге мотоэкипировкала һәм мотошлемда. Ирекмәндәр юғалған мотоциклистар тураһында мәғлүмәткә эйә булған һәр кемдең хәбәр итеүен һәм ошо телефондар аша мөрәжәғәт итеүен үтенә: 8 (800) 700-54-52 йәки 112. Фото:”ЛизаАлерт Башкортостан”.