Саҡмағош районының Тайнаш, Әхмәт, Ҡаран, Иҫке Балаҡ, Һары Айғыр ауылдарын берләштергән был биләмәлә йәшәүселәр махсус хәрби операциялағы һалдаттарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Ошо маҡсатта ирекмәндәр штабы ла булдырылған. Тәүге йылда күбеһенсә аҙыҡ-түлек менән ярҙам итһәләр, һуңынан яугирҙәргә кәрәкле әйберҙәр тупларға тырышалар. Тайнаш ауыл биләмәһе башлығы Хәлил Исхаҡов әйтеүенсә, былтыр ғына махсус хәрби операциялағы егеттәргә ярҙамға 140 мең һумлыҡ әйбер оҙатылған. Улар араһында тепловизор, һыуытҡыс, төрлө кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек бар. Халыҡ аҡсалата ла, продукция менән дә үҙенең ярҙам өлөшөн индерергә тырыша. Тайнаш ауылынан Рәхимовтар ғаиләһе хатта 30 килограмм бал килтергән. Быйыл халыҡтың ярҙамы тағы тосораҡ. Был юлы халыҡ яугирҙәргә әйберҙәр алыу өсөн 150 мең һум аҡса йыйған. Һәр кем ҡулынан килгәнсә үҙенең өлөшөн кереткән. УАЗ машинаһы өсөн тәгәрмәстәр, төрлө запчастәр, блиндаж эшләргә төҙөлөш материалдары, бәләкәй һыуытҡыс алғандар. Саҡмағошта маскировка селтәре үреүселәргә материа