Борай тарафтарына командировкаға барғанда, водителдең кәйефе булһа, ошо урында биш минутҡа булһа ла туҡтап китергә тырышабыҙ. Бик үҙенсәлекле, тәүге тапҡырҙан үҙенә ғашиҡ иткән ер ул. Ҡунаҡтарҙы, туристарҙы тартып торған урын районға ғына түгел, бөтөн республикаға таҙалығы менән өлгө булып тора. Бында сүп табырмын тимә! Был, беренсенән, борайҙарҙың уңғанлығы тураһында һөйләй. Икенсенән, бындай төҙөк һәм һәр яҡтан уңайлы булған ял урынында сүп ҡалдырғы килмәй. Аҡҡош күле - Борай ауылынан 17 километр алыҫлыҡта – Иҫке Таҙлар ауылы янында, Өфө юлы буйында урынлашҡан ғәжәп һәм бәләкәй күл. Өфө яғынан килгәндә “Аҡҡош күле” күрһәткесе ҡуйылған – уңға боролаһың. Элек был күл генә булған, ә бер нисә йыл элек Борай районы халҡы һәм урындағы хакимиәт ял итеү өсөн тотош комплекс төҙөгән. Таш плитәләрҙән һуҡмаҡ һәм йәшел яндауырлы баҫҡыс төҙөлә. Һулдан төшөү менән бер нисә урында төрлө төҫтәге өҫтәлдәр һәм ултырғыстар ҡуйылған. Бала саҡ әкиәттәрен иҫкә төшөрә – әкиәттәрҙә урман халҡы уларҙы йыһаз урынына ҡулланған. Улар янында тиерлек Аҡҡош күле “һаҡсылары” тора, улар ҙа әкиәт персонаждарын хәтерләтә. Артабан был ожмахтай ергә алып ингән кәртә тора. Өҫтө Башҡортостан символы булған ҡурай сәскәһе менән биҙәлгән. Һулда һәм уңда ике стенд тора, улар кешеләргә тәбиғәтте һаҡларға кәрәклеген һәм уға ихтирам менән ҡарауыбыҙҙы иҫкәртә. Яҡында ғына бер нисә ағас беседка ҡуйылған, унда арыған юлсыларға ял итергә, тамаҡ ялғап алырға мөмкин. Шулай уҡ айырым ағас өҫтәлдәр һәм эскәмйәләр бар. Ә артабан – матур урман күренеше. Аҡҡош күле – түңәрәк формала, ул яҡындағы шишмәнән урғылған иң таҙа һыуы менән тулылана. Бына шишмә башлана. Күл янында торғанда унан бөрккән һыуыҡ һауаны тойорға мөмкин. Һыу ятҡылығының диаметры 25 метр, ә тәрәнлеге 5,5 метр тәшкил итә. Күл буйында тағы ла Һыуһылыу эшләп ҡуйғандар. Яңы өйләнешкән парҙар был мөғжизәле урынға килеп, бәхет теләп, йоҙаҡ элә. Никах ныҡлы, ә мөхәббәт мәңгелек булыр, тигән ышаныу бар. Йоҙаҡтарҙы күпергә лә эләләр – уларҙың ниндәйе генә юҡ бында. Күлдең исеменә иһә элек бында йылы ваҡытта парлы аҡҡоштар килеп, оя ҡороуҙан килеп сыҡҡан. Тоғролоҡ ҡоштары ғәжәйеп күлде биҙәгән. Ошо хозур урынды Республика көнө алдынан борайҙар йәнә тәртипкә килтергән. Аҡҡош күле территорияһын төҙөкләндереү проекты Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамы менән «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған. Сарала почетлы ҡунаҡтар: хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Гемир Нуретдинов, райондың инвестициялар, эшҡыуарлыҡ һәм иҡтисад идаралығы начальнигы урынбаҫары Марат Ахунов һәм Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының ауыл хужалығын үҫтереү бүлеге мөдире Гөлназ Батырова ҡатнашты. Фотолар Борай районы хакимиәтенән алынды.