Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өфө эргәһендә агроауыл барлыҡҡа килә!

"Алтын көҙ-2024" Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә "Таврос" компанияһы 850 миллион һумға Өфө эргәһендә төҙөлөргә тейеш агроауыл проекты менән таныштырҙы. "Таврос" Башҡортостандың Шишмә районында агроауыл төҙөү идеяһы менән сығыш яһай. Ауылдың макеты "Алтын көҙ" күргәҙмәһендә республикабыҙҙың стендында урын алған. Проектты Йәрми ауылында "Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү" тип аталған дәүләт программаһына ярашлы бойомға ашырыу ҡаралған, уны төҙөү 850 миллион һумдан ашыуыраҡҡа баһалана. Федераль ҡаҙнанан - 570 миллион, республиканыҡынан - 55 миллион, урындағы бюджеттан 17 миллион һум бүленә, ә "Таврос" 250 миллион һумдан күберәк инвестиция һала тип күҙаллана. Торлаҡ комплексы булдырыуҙың беренсе этабында 100 шәхси йорт төҙөү планлаштырыла, уларҙың уртаса майҙаны 72 квадрат метр тәшкил итергә тейеш. Инженер селтәрҙәре - газ, автоюлдар, тротуарҙар һәм электр энергияһы булдырыу ҙа күҙ уңында тотола. Күргәҙмәләге Башҡортостан стендында республикабыҙ агросәнәғәт комплексының аҙыҡ-түлек һәм милли брендтарын күрергә була, бында, әлбиттә, бал, йылҡы һәм һыйыр итенән етештерелгән деликатестар, Бәләбәй сырҙары ла урын алған. Бынан тыш, тере бал ҡорттары менән солоҡ, "Алтын Солоҡ" тигән үтә күренмәле умарта ла бар. Стендта күргәҙмәлә йөрөүселәр республикалағы селекцияны, һанлы технологияларҙы, компактлы эмбровизорҙы ҡарай ала. Күргәҙмәләге сараларҙа ҡатнашҡан Башҡортостан делегацияһы эсенә ауыл хужалыҡтары һәм ойошмаларының 100-ләгән вәкиле инә. Мәғлүмәт һәм фотолар: БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.